Кирамәт
Беҙҙең гаиләлә мәшһүр гилем эйәһе тураһында күп кенә
хәтирәләр һаҡлана. Әсәйем, Зөһрә Шәйшәриф ҡыҙы, хәҙрәт
олатайҙы бик ярата, йыд да барып хәйер биреп, күренеп
ҡайтмаһа, күңеле булмай торғайны.
Мин 3-сө класта, һеңлем Миңзәлә 1-селә уҡып йөрөйбөҙ.
Әсәйебеҙ йәнә Манһырга барырға йыйынды. Көтмәгәндә
Миңзәлә һеңлем сумкаһынан ҡулъяулыҡҡа төрөлгән бер нәмә
алды ла сыгып китергә торган әсәйемә һондо:
— Хәҙрәт олатайга хәйергә тип аҡса йыйгайным, шуны
бирерһең әле.
Әсәйем төйөнсөктө сисеп ҡараны ла:
— Бында ни гел бер, ике тинлектәр ҙәһә, һинең ул 12 тинеңә
хатта бер булка икмәк тә килмәй, — тине.
— Әтеү олатайга нимә бүләк итәйем һуң? — тип һеңлем
илар сиккә етеп, танауын мыш-мыш тарта ла башланы.
— Ярар, ярар, бирермен, илама, ҡыҙым, — тине әсәйем
уны тынысландырып һәм ҡулына алдан әҙерләп ҡуйған юл
моҡсайын алды. Манһырга барып ҡайтҡас, хайран ҡалып,
әсәйем беҙгә ошоларҙы һөйләне.
— Өшкөрөлөп бөтөп, сығайым тип кейенеп торганда,
үҙенән-үҙе кеҫәмдән иҙәнгә сылтырап тинлектәр ҡойола
башланы. Ҡараһам, Миңзәлә ҡыҙым биреп ебәргән аҡса. Был
хәлгә шаҡ ҡатып, хәҙрәткә ҡарайым. Ул рәхәтләнеп көлә:
— Ҡыҙымдың ебәргән бүләген бирергә оноттоң бит, Зөһрә
һылыу, — ти. — Бала бит өмөтдәнеп көтөп тора. Аманатҡа
хыянат итергә аслан ярамай.
187
Хәҙрәт ябай ун икс тинде ун ике алтын тәңкәләй күреп кеҫәһенә һалып алды ла ултырып тороп дога ҡылды.
— Был ҡыҙың бик бәхетле булыр, ин шәәъ Аллаһ.
Әсәйем һөйләгәндә ниҙер уйланып ултырган һеңлем һорай
ҡуйҙы:
— Әсәй, ә һин хәҙрәткә ҡайһы ваҡытта ингәйнең?
— Төштән һуң, — тип яуап бирҙе әсәйем һеңлемә һораулы
ҡарап.
— Мәктәптән ҡайтып килгәндә бер ҡыҙыҡ булды. —
һеңлем тагы уйланды. — Бер аҡ һаҡаллы, һөйкөмлө генә
ҡарт йылмайып ҡаршыбыҙга килеп сыҡты ла:
— Рәхмәт, балам, ин шәәъ Аллаһ, бәхетле булырһың,
һәйбәт уҡырһың, — тип башымдан һыйпаны, арҡамдан
һөйҙө, төштән һуң ине. Әстәг, беҙҙең Темәстә бындай бабай
булганы юҡ та инде, тип уйланым да баягы ят кешене танырга
тип артыма боролоп ҡараным, унда бер кем дә күренмәне.
Эргәмдән килгән класташым Зиләнән һорайым:
— Әле осраган бабайҙы таныныңмы? — тим.
— Ниндәй бабай? — ти Зилә.
— һуң әле генә осраны, минең арҡамдан һөйҙө.
— Кит юҡты, мин бер ниндәй ҙә бабайҙы күрмәнемсе. —
Үҙенең күҙе шарҙай булды. — Күҙеңә күренгәндер.
— Ю ҡ, күрҙем! — тип еңешәм һаман. Зилә, мине
ҡалдырып, йүгереп ҡайтты ла китте.
һеңдем илай яҙып беҙгә лә иҫбатларга тырышты:
— Күргәс күрҙем инде, бына ап-асыҡ итеп күрҙем.
Был һөйләшеүҙе тыңлап бөткәс, әсәйем уйсан гына итеп
әйтеп ҡуйҙы:
— Был хәҙрәт олатайҙың беҙгә күрһәткән кирамәте. Изге
кеше юлыңда осрагас, тормошоңдан уңырһың, бәхетле
булырһың, балам!
Ысынлап та, Миңзәлә һеңлем уҡыуҙа ла ал бирмәне, ирҙән
дә унды, тормошо ла етеш. Уның өсөн шатланып, бөтәбеҙ ҙә
хәҙрәткә рәхмәт уҡыйбыҙ:
— һеңлебеҙгә хәҙрәттең фатихаһы төштө! — тибеҙ. —
Урыны йәннәттең түрендә булһын олатайыбыҙҙың!
("Мөжәүир хәҙрәт" китабынан алынды)
Сәйер һәм ҡурҡыныс хәлдәр СӘЙЕР ДОНЪЯ